Был турала ул коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, киләһе аҙна үҙгәрешһеҙ ҡала. Әгәр хәл тотороҡло һаҡланып сирҙең таралыуына юл ҡуймаһаҡ, режимды бер аҙ йомшартыу мөмкинлеге ҡараласаҡ. Ул осраҡта халыҡты яйлап эшкә сығарырға мөмкин, тине Радий Хәбиров.