+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 16:10

Мәжбүри ял көндәре 30 апрелгә тиклем дауам итә

Төбәктәр үҙҙәре хәл итә

Владимир Путин Рәсәй халҡына сираттағы мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Ил башлығы әйтеүенсә, үтеп барған ял аҙнаһы власть органдарын мобилизациялау, медицинаны юғары әҙерлекле режимға көйләү, сир таралыуын сикләү өсөн әҙерәк ваҡыт бирҙе.
Әлегә беҙ оло йәштәгеләрҙе хәүефтән араланыҡ, балалар баҡсалары һәм мәғариф учреждениеларында ҡапыл эпидемия таралыуын сикләй алдыҡ. Шуға күрә был мәжбүри ялды дауам итергә ҡарар иттем, тине дәүләт башлығы. Владимир Путин эш урындарын һәм хеҙмәт хаҡын һаҡлау кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Коронавирусҡа бәйле хәл һәр өлкәлә, муниципалитетта ла төрлөсә. Шуға күрә Рәсәй Президенты төбәктәргә өҫтәмә вәкәләттәр бирҙе. Федерацияның һәр субъекты үҙ биләмәһенә оптималь профилактик саралар тупланмаһы әҙерләргә тейеш. Ҡайһы ойошмалар эшмәкәрлеген дауам итә, ә ҡайһылары ялға китергә тейешлеген дә төбәктәр үҙҙәре хәл итә ала.
Читайте нас: