“Өфө - Сибай” поезында Белоретҡа ҡайтып барған егет хәленең насарлауына зарланған. Тикшергәс, уның тән температураһының юғары (37,8 градус) булыуы асыҡланған.
Сирлегә Инйәр станцияһында “Ашығыс ярҙам” бригадаһы ярҙам күрһәткән. Уға әлегә киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған, коронавирусҡа шик бар.
Пассажир әйтеүенсә, ул сит илгә сыҡмаған, Мәскәү яғынан вахтанан ҡайтып килә. Белдереүенсә, коронавирус йоҡторған кеше менән бәйләнештә булған. Сирлене Белорет район үҙәк дауаханаһына һалғандар.
Был вагонда 48 кеше ҡайтып барған. Барлыҡ поезда пассажирҙар һаны - 116, шуларҙың икеһе - балалар. Егет менән аралашҡан, осрашҡан, күрешкәндәрҙең тиҙ арала “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондарына шылтыратыуы һорала. Шулай уҡ сирле менән бәйләнештә булған тимер юл, вокзал хеҙмәткәрҙәрен дә анализдары һөҙөмтәһе билдәләнгәнгә тиклем эштән ситләтеп тороуҙары ихтимал.