Улар ун кеше. Был турала, һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән көндәлек брифингта хәбәр ителде. Белгестәр әле 7 мең ярым тест уҙғарған. Шик аҫтында 82 кеше. Өс пациент һауыҡҡан. Гигиена һәм Эпидемиология үҙәгенән белдереүҙәренсә, Башҡортостанға өҫтәмә рәүештә 8 мең тест-система ҡайтарылған. Был күләм тағы ла бер аҙнаға етергә тейеш.