-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2020, 22:00

Өфөнөң Максимовка ауылындағы йорттарҙы һәм ихаталарҙы һыу баҫҡан

Ярты баҡса һыуҙа, ҡалғаны батҡаҡҡа әйләнгән

Киҫкен хәл яҙ ғына түгел, йәй, көҙ көндәре лә күҙәтелә. Зыян күргән хужалар фекеренсә, был һыу ағыҙыу системаһы булмауға бәйле.
Картуф, һуған, кишер түтәлдәре, ҡарағат һәм сейә ағастарынан бер нәмә лә ҡалмаған. Ярты баҡса һыуҙа, ҡалғаны батҡаҡҡа әйләнгән. Бындай күренеш 2018 йылдан алып дауам итә, ти Максимовка ауылында йәшәүсе Ольга Петровна. 65 йәшлек ханым ғүмере буйы ошо йортта йәшәгән. Йыл да мул уңыш йыйып балаларҙы ҡыуандыра инем, хәҙер иһә баҡсаға үтерлек түгел, тип зарлана ул. 9 сутый ер һаҙлыҡҡа әйләнгән.
Һыуҙың тәрәнлеге урыны менән тубыҡҡа етә. Бында хатта дөгө сәсергә лә мөмкин, ти Ольга Петровна.
Күрше йортта йәшәүсе Владимир Прытков ихатаһында ла хәл яҡшынан түгел. Баҡсанан тыш, һарай һәм мунса эсенә һыу ингән, утындар еүешләнгән. Ишле ғаилә һыу эсендә ятҡан таҡталарға ғына баҫып йөрөргә мәжбүр.
Урында йәшәүселәр фекеренсә, был мәсьәлә күрше урамда йорттар һәм балалар баҡсаһы төҙөлгәс башлана. Сосновская урамына һыу ағыҙыу системаһы ҡуйылмай. Максимовка ауылында йәшәүселәр урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт иткән. Әммә, мәсьәлә әле булһа ла хәл ителмәй. Бары тик янғын һүндереү машинаһы һыуҙы мәктәпкәсә учреждение майҙанынан һурҙыра.
Йорт төҙөгән ваҡытта граждандар участкаларына ҡом һибә, шуның өсөн һыуҙың тәбиғи юлы быуылған. Ландшафты үҙгәртеү һөҙөмтәһендә һыу ятҡылығының кимәле күтәрелә. Дренаж системаһының ике вариантты билдәләнгән. Уларҙың хаҡы яҡынса 9 һәм 11 млн һум тәшкил итә. Проектлау хаҡы яҡынса 1 млн һум.
31 мартта Сосновская урамының автомобиль юлын һыу баҫҡас 70 мең кубометр һыу һурҙырып алына. Әммә эргәләге йорттар ғәҙәттәгесә, иғтибарҙан ситтә ҡала. Хәл контроль аҫтында, тип яуаплай хакимиәт вәкилдәре. Максимовка ауылы халҡы ҡоро ерҙә йәшелсә үҫтерергә һәм таҙа урамда йәшәргә теләй. Әммә был хыялдар ҡасан тормошҡа ашыр – әлегә билдәһеҙ.
Әлфинә Килдейәрова.
Читайте нас: