Фатирға килтерелгән аҙыҡ-түлек, тауар өсөн хаҡлы ялдағы граждандар чек буйынса иҫәпләшә, юл хаҡын түләү талап ителмәй. Әммә кибеткә юлланған активистар өсөн продукцияның исемлеген, фирмаһын мөмкин тиклем теүәл аңлатырға кәрәк, сөнки бер үк тауарҙы төрлө предприятиелар етештерә. Әйтәйек, ябай тары ярмаһының ғына ла ике төрлө хаҡ, ҡиммәтле һәм арзаны булыуы ихтимал.