+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 12:40

Башҡортостанда йәшәүселәрҙән онлайн-дәрестәр ваҡытында интернетҡа көсөргәнеште кәметеүҙәрен һорайҙар

6 апрелдән башланған дистанцион уҡытыу кәмендә ике аҙнаға һуҙыла

Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин бөтәһен дә уҡыусыларҙың онлайн-дәрестәре ваҡытында: иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 3-сө 30 минутҡа тиклем интернетта фильмдар ҡарамаҫҡа һәм бәйләнеш каналдарына артыҡ көс төшөрмәҫкә саҡырҙы.
«Өйҙә ултырған кешеләр интернет менән әүҙем файҙалана, — тине ул йәкшәмбелә уҙған брифингта. — Дистанцион уҡытыу ваҡытында балаларҙың нисек белем алыуы беҙҙән тора. Каналдар мотлаҡ көс төшөр. Хәүеф аҙ, ләкин һаҡлыҡ сараларын күрергә кәрәк. Барыһын да ошо ваҡытта интернет аша фильмдар ҡарамаҫҡа, ҙур файлдар күсереп алмаҫҡа, видеошылтыратыуҙар менән ҡулланмаҫҡа саҡырам».
Бөгөнгө көндә бәйләнеш каналдары көсөргәнешле эшләй, тәьмин ителеш — 92%. Былай бер ҡасан да булғаны юҡ ине, тип белдерҙеләр ведомствола.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда 6 апрелдән башланған дистанцион уҡытыу кәмендә ике аҙнаға һуҙыла.
Әле республикала 1318 мәктәп иҫәпләнә, уларҙа 500 мең самаһы бала уҡый.
Галина Бахшиева
Фото: Яндекстан
Читайте нас: