+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 22:20

Көндәр боҙола!

Һауа торшоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы республика халҡын бөгөн һауа торшоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә.
Синоптиктарҙың мәғлүмәтенә ярашлы, төньяҡтан иҫкән ел әкренләп көсәйә, юлдарҙа боҙлауыҡ. Көнсығыш райондарҙа епшек ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ 1-6 градус йылы була.
Өфөлә көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан көсәйеүсән. Көндөҙ 4-6 градус йылы була.
Фото: meteoinfo.ru/
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: