+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 14:40

Донъя ҡуйған 80 йәшлек пациентта коронавирус табылған

Пациент ауыр хәлдә булған, шул иҫәптән пневмония менән сирләгән.

Башҡортостанда Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында донъя ҡуйған 80 йәшлек пациентта коронавирус табылған. Радий Хәбиров бөгөн «Фейсбук»тағы сәхифәһендә ошо турала хәбәр итте.
«Йәкшәмбе Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында өлкән йәштәге ҡатын вафат булған. Ике ай элек ул инсульттан һәм шәкәр диабетынан дауаланған.
Пациент ауыр хәлдә булған, төрлө хроник ауырыуҙар, шул иҫәптән пневмония менән сирләгән.
Үлем сәбәбе – баш мейеһе шешеүе.
Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам.
Мәрхүмәнән коронавирусҡа анализ алынған, бөгөн уның Ковид-19 вирусын йөрөткәне асыҡланған», — тип яҙҙы ул.
Радий Хәбиров Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың йәнә бер осрағы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ханым Төркиәнән ҡайтҡан. Уның хәле ауыр түгел. Тағы бер сирле бөгөн һауығып сыҡҡан, тип белдерҙе республика етәксеһе.
«Тиҙҙән коронавирусҡа тестар һаны ҡырҡа артыр, шуға күрә ауырыуҙар ҙа күбәйер.
Беҙҙең бурыс — үҙизоляция режимын һаҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау системаһын ҙур йөкләмәгә әҙерләүҙе дауам итеү», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республика халҡына.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: