+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 19:15

Рәсәйҙә Covid-19 йоҡторғандар һаны 10 000 кешенән артҡан

9 апрелгә Башҡортостанда 22 кешелә коронавирус раҫланған

Рәсәйҙә бер тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 1459 яңы осрағы асыҡланған. Был хаҡта коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оперштаб хәбәр итте. Илдә ауырыуҙарҙың дөйөм һаны — 81 төбәктә 10131 кеше.
Сирлеләрҙең күбеһе – Мәскәүҙә (тәүлегенә +857 кеше).
698 кеше һауыҡҡан, 76-һы үлгән (һуңғы тәүлектә 13 кеше).
Бер миллиондан ашыу тест үткәрелгән.
9 апрелгә Башҡортостанда 22 кешелә коронавирус раҫланған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: