-11 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
9 Апреля 2020, 22:10

Яҙғы сәсеү эштәре бара

19 ауыл хужалығы предприятиеһы ужым культураларын туҡландыра

Башҡортостанда 38 районда яҙғы сәсеү эштәре бара. 19 ауыл хужалығы предприятиеһы ужым культураларын туҡландыра. 2020 йылдың яҙына республикала 400 мең гектарҙан ашыу ужым сәселгән, дөйөм алғанда, бөгөнгә майҙандарҙың 10% ашыуы туҡландырылған
20 райондың хужалыҡтары тупраҡта дымды һаҡлау өсөн һөрөлгән ерҙе тырмата, илештәр тамамланы ла инде, дөртөйлөләр тамамлап килә.
17 районда аграрийҙар күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландыра. Дәүләкән, Илеш, Саҡмағош райондарында был эштәр тамамланған тиерлек.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в