+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 12:25

10 апрелдән Мәскәүҙән ҡайтҡан өфөләр үҙҙәренең ҡайтыуы тураһында мэрияға хәбәр итергә тейеш

Шылтыратыу бушлай.

10 апрелдән Мәскәүҙән һәм Рәсәйҙең коронавирус инфекцияһы буйынса хәүефле төбәктәренән ҡайтҡандар 8-800-250-56-04 телефон номеры буйынса Өфө хакимиәтенә үҙҙәренең ҡайтыуҙары хаҡында хәбәр итергә тейеш. Шылтыратыу бушлай.
Мэрияла белдереүҙәренсә, өфөләргә исем-шәрифтәрен, йәшәгән адресын әйтергә һәм үҙизоляция режимын үтәүҙәрен раҫларға кәрәк.
Хакимиәт башлығы Өлфәт Мостафин 2020 йылдың 10 апрелендә тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: