-29 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
11 Апреля 2020, 12:40

Тағы бер дауахана карантинға ябылды

Дауаханаға һалыу туҡтатылды

Стәрлетамаҡта 1-се ҡала дауаханаһы (Коммунистик урамы, 97) 9 апрелдән карантинда, тип хәбәр ителә медицина учреждениеһы сайтында.
«Карантин сараларын үткәреүгә бәйле дауаханаға һалыу туҡтатылды. Инеү сикләнде. Тиҙҙән Ҡала клиник дауаханаһының эш режимы тергеҙелә, тиелә белдереүҙә».
Республикала шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Октябрьскийҙа 1-се ҡала дауаханаһы, Бәләбәй, Бөрө, Мәләүез райондары дауаханалары карантинға ябылды. Бынан алда Сибайҙа бер кешелә COVID-19 раҫланыуы тураһында хәбәр ителгәйне.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в