Бигерәк тә был һүҙҙәр үҙизоляция режимы индергән саҡта үҙен йәнә бер тапҡыр иҫбатлай.
Бөгөн һәр кемдең борсолоуҙарын аңларға булалыр, ысынлап та һәр беребеҙ яҡындарының сәләмәтлеге өсөн дә, эше өсөн дә борсола, килеп тыуған проблеманан үҙенсә сығыу юлдарын барлай. Әммә һәр саҡ юҡ-барға көйөү, урынһыҙ борсолоу ҙа ярамай. Уның да сиргә алып килеүе ихтимал. Иң ауыр саҡта ла үҙеңде ҡулға алыу - ысын мәғәнәһендә талант ул. Табиптарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу ҙа ҡамасауламаҫ.
Күңелһеҙ уйҙарға бирелмәгеҙ. Тыныс, аҡыллы кешегә борсоған уйҙарың менән уртаҡлашыу ҙа бер аҙ тыныслыҡ килтерер.
Үҙегеҙҙе борсоған уйҙарығыҙҙы бер аҙ онотоп тороғоҙ. Ниндәй ҙә булһа эш табып, шуның менән булышығыҙ. Тирә-йүндәгеләргә үҙегеҙҙең “ҡара уйҙарығыҙҙы” йоҡтормаҫҡа тырышығыҙ.
Ярһымағыҙ. Ҡыҙып киткәндә, бер аҙ пауза һаҡлағыҙ. Хәлде бер аҙ төшөнөргә тырышығыҙ, һеҙҙең ярһыуығыҙ файҙаға килтермәй. Киреһенсә, яңы проблемалар ғына өҫтәргә булышлыҡ итеүе мөмкин.
Һәр ваҡыт бәхәсләшкән кешеңә юл ҡуя белергә кәрәк. Үҙһеҙләнеп үҙ һүҙеңде һүҙ итергә тырышыу үсеккән бала ҡыланышын хәтерләтә.
Һәр саҡ бөтә өлкәлә лә “иң-иң” ҡалып булмай. Ҡаһы берәүҙәр бар эште лә тик “бишкә” генә башҡарыу өсөн ашын ашамай, төнөн йоҡламай. Ундайҙарға “еңелеү” хас түгел. Шуға күрә саҡ ҡына үҙҙәренсә килеп сыҡмаһа, улар тормошта бөгөлөп, һынып ҡалыусан. Шуға күрә үҙеңдең һәләтеңә ҡарап эш эшләргә өйрәнегеҙ, хәлегеҙҙән килмәгәненә тотонмағыҙ.
Артыҡ талаптар ҡуймағыҙ. Тирә-йүндәгеләрҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла нисек бар шулай ҡабул итергә өйрәнегеҙ.
Табиптар әйтеүенсә, беҙҙең организмда бәхәстәр, стрестар ҡанға “стресс гормоны” адреналины бүлеп сығара. Был гормон шул тиклем агрессив, уның аҙағы бик хәүефле. Проблемалар хәл ителгәс тә үҙен һиҙҙереүе мөмкин. Шуға күрә ниндәйҙер күңел стрессы кисерергә тура килде икән, мотлаҡ физик эш башҡарырға тырышығыҙ. Мускулдар эшкә егелгәндә, “стресс гормоны” адреналины “яна”, йәғни юҡҡа сыға.
Шуға күрә, замандар нисек булһа ла, көндәребеҙ әлегә үҙизоляция режимында үтеүгә ҡарамаҫтан, борсолмағыҙ. Китаптар уҡығыҙ, матур фильмдар ҡарағыҙ, яҡындарығыҙға иғтибарығыҙҙы күберәк бүлегеҙ. Иң мөһиме: нервыларығыҙҙы һаҡлағыҙ, бөтә сир – нервынан килеүен хәтерҙән сығармағыҙ!