+17 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 19:40
Башҡортостанда кризис арҡаһында 2 меңләгән кешенең эшһеҙ ҡалыуы мөмкин
«Рәсәйҙә эш» порталының 10 апрелгә мәғлүмәттәре шундай
Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыуға йәки предприятиеларҙың ябылыуына бәйле 1 962 кешенең эшһеҙ ҡалыуы ихтимал. «Рәсәйҙә эш» порталының 10 апрелгә мәғлүмәттәре шундай, унда предприятие-ойошмаларға хеҙмәт баҙарын күҙәтеү өсөн мәғлүмәттәр менән бүлешергә (287 мең кеше эшләй) тәҡдим ителә. Әлегә Башҡортостандың 3 946 ойошмаһы теркәлгән. Респондеттар һаны артыу менән картина тулыландырыла бара.
Порталдың 10 апрелгә мәғлүмәттәре буйынса, республикала 8 418 кеше ярты көн эшләй, 17 742 кеше эшләмәй, 1 275-е — эш хаҡы һаҡланмаған отпускыла, 33,5 меңе өйҙән эшләй.
Был мәғлүмәттәр менән Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова таныштырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1438092-v-bashkirii-iz-za-krizisa-raboty-mogut-lishitsya-okolo-2-tys-chelovek/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
хеҙмәт баҙары
Читайте нас: