0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 16:00

Өс йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр биш мең һум түләү аласаҡ

Өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған

РФ Президентының 2020 йылдың 7 апрелендәге 249-сы Указына ярашлы әсәлек капиталы йәки уға хоҡуҡтары булған ғаиләләргә апрелдән июнь айына тиклем биш мең һум күләмендә айлыҡ өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Улар ғаиләләге өс йәшкәсә һәр балаға түләнәсәк.
Түләүҙәр әсәлек капиталына, шул иҫәптән сертификат буйынса аҡсалар тотонолоп бөткән булһа ла, ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем хоҡуҡ алған бөтә ғаиләләргә лә ҡаралған.
Илдә эпидемиологик хәлдең киҫкен тороуына бәйле, ғаиләләргә өҫтәмә аҡсалата ярҙам федераль бюджеттан бүленә, әсәлек капиталы күләмен кәметмәй һәм башҡа социаль ярҙам сараларын билдәләгәндә ғаиләнең килемендә иҫәпкә алынмай.
Рәсәй Пенсия фонды идаралығы рәйесе Максим Топилин әйтеүенсә, фондтың төбәк органдары мөмкинлек булһа, бөтә ғаиләләрҙе лә түләүгә хоҡуҡтары тураһында шәхсән иҫкәртәсәк. «Өс йәшкәсә балаларға түләүҙәр 2,3 миллионға яҡын ғаиләғә ҡаралған, - тип билдәләй Рәсәй Пенсия фонды етәксеһе. – Был процесты оптимәлләштереү маҡсатында фондтың субъекттарҙағы бүлексәләре сертификат хужаларын түләүҙәргә хоҡуҡтары булыуы тураһында иҫкәртеү буйынса ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәк».
Ғаиләләрҙең аҡсаларҙы алыу өсөн мөрәжәғәт итергә алты айға яҡын ваҡыттары бар. Пенсия фонды ғаризаларҙы 1 октябргә тиклем ҡабул итә һәм ғаиләнең тейешле түләүҙәргә хоҡуғы булған осраҡта апрелдән июнгәсә бөтә айҙар өсөн аласаҡ.
Өҫтәмә түләүҙәрҙе алыуға ғаризаны es.pfrf.ru йәки gosuslugi.ru порталдарында шәхси кабинетта бирергә мөмкин. Сертификат хужаһына башҡа бер ниндәй ҙә документтар тапшырырға кәрәкмәй – Рәсәй Пенсия фонды кәрәк булған осраҡта бөтә мәүлүмәттәрҙе лә үҙе йыя.
Ғаризалар шулай уҡ Пенсия фондының территорияль идаралыҡтарында һәм клиент хеҙмәттәрендә лә ҡабул ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү сараларына бәйле бөгөнгө көндә Рәсәй Пенсия фондына алдан яҙылыу буйынса ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Клиенттар хеҙмәтенә барыу көнөн һәм ваҡытын электрон сервис аша, шулай уҡ сайтта күрһәтелгән «Төбәк бәйләнештәре» бүлегендә күрһәтелгән Пенсия фонды бүлексәләре телефондарына шылтыратып белергә була.
Ғаиләләргә түләүҙәр миҫалы
  1. Ике балалы ғаилә: тәүгеһенә - ике йәш, икенсеһе 2020 йылдың ғинуар айында тыуған. Өҫтәмә түләүҙәргә ғариза апрель айында бирелгән. Апрелдән июнгәсә һәр ай һайын ғаилә ике баланың һәр береһенә бишәр мең һум аласаҡ. Дөйөм алғанда, өс айға – 30 мең һум.
  2. Ике балалы ғаилә: тәүгеһенә - ике йәш, икенсеһе 2020 йылдың ғинуар айында тыуған. Өҫтәмә түләүҙәргә ғариза сентябрь айында бирелгән. Ғаилә өҫтәмә түләүҙе 30 мең һум күләмендә сентябрь айында тотош ала.
  3. Өс балалы ғаилә: кесе балалары 2020 йылдың ғинуар айында тыуған, ә өлкәндәренә 2020 йылдың майында өс йәш тула. Түләүгә ғариза апрель айында бирелгән. Апрель һәм майҙа ғаилә 15-әр мең һум (өс баланың һәр ҡайһыһына бишәр мең һум), июндә – өс йәше тулмаған ике балаға 10 мең һум аласаҡ. Бөтәһе, дөйөм алғанда, өс айға - 40 мең һум.
  4. 2020 йылдың май айында тыуған бер балалы ғаилә. Ғариза август айында бирелгән. Ғаиләгә август айында бер тапҡыр 10 мең һум түләнә: май айынан башлап һәр айға бишәр мең һум.
    Читайте нас: