«Лента» гипермаркеттар селтәре менән берлектә ойошторолған акцияның әһәмиәте айырыуса әлеге изоляция шарттарында баһалап бөткөһөҙ. Сөнки өйҙә ултырырға мәжбүр булған күп балалы һәм инвалид бала тәбиәләгән ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр, йортһоҙ ҡалыусылар йәки оло йәштәгеләрҙең бер өлөшө аҙыҡ-түлек артынан магазиндарға йөрөй алмай.
Тап улар өсөн тәғәйенләнгән мәрхәмәтлек проекты сиктәрендә 10 көн эсендә Өфөлә генә 300 килограммға яҡын аҙыҡ-түлек тупланған. Тиҙ боҙолмай торған күп төрлө продукцияларҙы һатып алыусылар ҡалдырған. Бының өсөн «Лента» гипермаркеттарында махсус урындар булдырылған. Изгелек ҡылырға теләүселәр тауарға хаҡты түләгәндән һуң үҙенән артҡанын ошо контейнерҙарға һала ала.