Дини байрамдарҙа ла сикләү була. 10 көндән мосолмандар өсөн ураҙа тотоу башлана. Рамаҙан айы мосолмандар өсөн ҡайһы бер сикләүҙәр менән уҙғарыла. “Тәрәүих намаҙҙары һәм ифтарҙар үткәрелмәй – йолаларҙы өйҙә башҡарырға мөмкин. Был осраҡта мосолман ҡанундары боҙолмай”, - ти Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.