+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 13:00

Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт ҡалайыҡ!

24 апрелдә иһә изге Рамаҙан айы башлана.

Билдәле булыуынса, яҙ байрамдарға тулы миҙгел. Быйыл ул дини байрамдар менән дә тулыланды. Билдәле булыуынса, ошо йәкшәмбе христиандар Пасханы билдәләй. 24 апрелдә иһә изге Рамаҙан айы башлана.
Ошо айҡанлы республика дини ойошмалары етәкселәре халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Әле бөтә донъяла ҡатмарлы хәл – йоғошло инфекция таралыуын дауам итә. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин үҙенең сығышында былай тине:
  • Инфекция йоҡторған йәки вирус таралған территорияла булған кеше ошо урында ҡалырға тейеш. Уның икенсе ҡалаға, кешеләр йәшәгән башҡа төбәккә барыуы һуғыш яланын ташлап ҡасҡан яугирҙең ҡылығына тиң. Был – оло гонаһ. Үҙебеҙгә гонаһ алмайыҡ, сирҙең таралыуына юл ҡуймайыҡ, әлегә күмәкләп йыйылыуҙарҙан сабыр итеп торайыҡ.
  • Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Таджетдин дәүләтебеҙ тарафынан ҡабул ителгән барлыҡ закондарҙы үтәргә, санитар талаптарҙы күҙәтергә тейешлегебеҙ хаҡында һүҙ алып барҙы. Мосолмандар бер ҡасан да, бер кешегә лә насарлыҡ ҡылырға тейеш түгеллеген йәнә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡаларҙың сәләмәтлегенә зыян һалмаҫ өсөн бөгөн өйҙә ҡалыуыбыҙ хәйерле, сөнки ҡурҡыныс инфекция һауа-тамсы юлы менән генә түгел, күрешкәндә, һөйләшкәндә лә йоға.
    Карантин да тап шул сәбәпле иғлан ителде. Митрополит Никон Пасха байрамында сиркәүҙәргә йыйылмаҫҡа, бөтә донъяға таралған вирустан һаҡланырға кәрәклеген белдерҙе. Ул БЮТ телеканалында күрһәтеләсәк, ғаиләгеҙ менән бергәләп ҡарай алаһығыҙ.
    Был көндәрҙә зыяраттар ҙа ябыҡ. Мәрхүмдәр рухына доғаларҙы өйҙә генә уҡыуығыҙ, уларҙың ерләнгән урындарына барыуҙан тыйылып тороуығыҙ һорала.
    Дин әһелдәренең барыһы ла милләттәштәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу маҡсатында төркөмләп йыйылмаҫҡа, мәкерле инфекцияның таралыуына юл ҡуймаҫҡа саҡыра. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынауҙы үткәрә белергә тейешбеҙ.
    Байрамдар үтер ҙә китер, ә кешегә, донъяның матурлығын, күркәмлеген тойоп, Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмерҙе йәшәргә кәрәк.
    Карантин да тамамланыр, барыһы ла яҡшы булыр тип ышанайыҡ.
    Читайте нас: