+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 12:30

Табиптарға – 600 өлөш былау!

Былауҙы әҙерләү өсөн 100 килограмм дөгө, 80 килограмм кишер, 40 килограмм ит талап ителде.

Хәләл кафе хужалары Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптарына тәмле һый әҙерләне.
Яҡшы ғәмәлдәр ҙә “йоғошло” була икән. Табиптарҙы төшкө аш менән һыйлаған ресторан хужалары тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ул ҡыйыу егеттәрҙең башланғысын Өфө һәм Нуғай ҡасабаһы хәләл кафелары күтәреп алды. Һәйбәт теләктәр менән әҙерләнгән 600 өлөш былау дауаханаға илтелде.
Былауҙы әҙерләү өсөн 100 килограмм дөгө, 80 килограмм кишер, 40 килограмм ит талап ителде. Бынан тыш, һуған, үҫемлек майы, тәмләткестәр ҡулланылды. Ҡасаба халҡы ла үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Мәсет ихатаһындағы ике ҡаҙанда телеңде йоторлоҡ көнсығыш ризығы әҙерләнде.
- Беҙ табиптарҙың эше нисек ауыр булыуын аңлайбыҙ, ошо ярҙамыбыҙ менән ихтирамыбыҙҙы белдергебеҙ килә, - ти ашнаҡсы Валико Мамадалиев.
- Исламда шундай ҡағиҙә бар: кемдер изгелек күрһәтә икән, һин унан да яҡшыраҡ эшләргә тейешһең. Бындай ауыр мәлдә мосолмандар ситтә ҡала алмай, - ти эшҡыуар Алмаз Шакиров.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: