Клиника корпустары еңел ҡорос ҡоролмаларҙан йыйыла. Улар иретеп йәбештерелмәй, шуға бина һүтелә торған була. Эске һәм тышҡы диуарҙар металл менән ҡаплана. Уны еңел дезинфекцияларға мөмкин. Төҙөүселәр ошондай ҡоролмаға 50 йыл гарантия бирә. Клиниканың ҡурай рәүешле төҙөлөүө пациенттарҙы тынысландырырға һәм үҙҙәрен яҡшыраҡ тойорға булышлыҡ итәсәк, тигән фекерҙә проект архитекторы Андрей Стариков.