+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 17:40

Һыу кимәле нормала

Ташҡындан ҡурҡырға кәрәкмәй

Быйыл барлыҡ йылғалар ҙа боҙ менән ҡапланманы: ҡыштың йылы килеүе һөҙөмтәһендә ҡайһы бер йылғаларҙа боҙ ҡалынлығы норманан 10-35 см-ға аҙыраҡ булды, ҡайһы берҙәре бөтөнләй тиерлек туңманы, шуға ҙур һыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов белдереүенсә, боҙ тығылған осраҡта 41 кешенән, 14 техниканан торған ете команда әҙерлек сафында. Эвакуация осрағына меңдән ашыу техника әҙерләнгән. Ташҡынға әҙерлек тулы, шуның өсөн хафаланырға урын юҡ.
Читайте нас: