+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 12:10

9-сы кластар өсөн имтихандар теҙмәһе проекты әҙерләнде

Туғыҙынсыларҙың һайлау буйынса имтихандары булмай.

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт туғыҙынсылар өсөн төп дәүләт имтихандары теҙмәһенең проектын әҙерләне. Уға ярашлы, төбәктәрҙә имтихандар 8 июндә башлана һәм июль аҙағына тиклем дауам итә.
«2020 йылда туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн төп дәүләт имтиханы һәм дәүләт сығарылыш имтиханының төп осоро 8 июндән 31 июлгә тиклем уҙғарыла», — тип хәбәр итте «Интерфакс».
Бынан алда быйыл төп дәүләт имтиханы ике төп имтихан – рус теле һәм математика менән генә үткәрелеүе тураһында хәбәр ителгәйне. Туғыҙынсыларҙың һайлау буйынса имтихандары булмай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: