+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 15:00

Аяҡтарҙа тимгелдәр барлыҡҡа килеү - коронавирус инфекцияһының бер билдәһе

Был йышыраҡ балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә була

Италия һәм Испания табибтары ошондай һығымтаға килгән. Инфекцияһы менән дауаханаға һалынған һәр бишенсе итальянда тире проблемалары күҙәтелә. Был билдә йышыраҡ балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә була, ти белгестәр.
Тимгелдәр сәсәк, ҡыҙылса ваҡытында булғанға оҡшаш. Ҡыҙарыу аяҡ бармаҡтарында барлыҡҡа килә, һуңынан бер ниндәй йөй ҡалдырмай юғала.
Табибтар был хәлгә бик етди ҡарарға һәм тимгел килеп сыҡҡанда өйҙә ҡалырға, һаулыҡ торошона ныҡлы иғтибар итергә саҡыра.
Читайте нас: