+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 14:30

Милли костюм байрамы

Дәүләкәндәр флешмобта ҡатнаша

17 апрелдә төбәк Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли костюмдары көнөн билдәләй. Был - әлегә йәш байрам. Ул 2019 йылдың ноябрендә генә булдырылған һәм хәҙер апрелдең өсөнсө йомаһы һәм сентябрҙең икенсе йомаһы милли, мәҙәни йолаларҙы һаҡлау, үҫтереү буйынса сараларға бағышланасаҡ.
Коронавирусҡа бәйле хәл республикабыҙҙа Милли костюмдар көнөн тәүге тапҡыр байрам итеүгә лә үҙенең үҙгәрештәрен индерҙе. Ошоға бәйле ул онлайн-режимда үтәсәк, әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, сара сағыу булмаҡсы: оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, презентациялар, уҡыусылар өсөн виртуаль дәрестәр – быларҙың барыһын да интернет аша Башҡортостан халҡына күрһәтеү планлаштырылған.
Байрам сиктәрендә бер нисә флешмоб үтә. Ҡалала һәм ауылдарҙа йәшәүселәр #мойнациональныйкостюм, #милликостюм, #культурабашкирии һәм башҡа хештегтар аҫтында үҙҙәренең милли кейемдәрҙәге фотоһүрәттәрен йәки милли бейеүҙәрҙән өҙөктәрҙе социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра. Флешмобтар һөҙөмтәләре буйынса видеороликтар эшләү күҙаллана. Улар 18 апрелдә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ютуб-каналына ҡуйыласаҡ.
Был флешмобтарҙа дәүләкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Акцияға өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да ҡушылыуы ҡыуандыра. Уларҙың матур башҡорт, татар, сыуаш, рус һәм башҡа костюмдар кейеп төшкән һүрәттәре мәҙәниәт идаралығының ВКонтакте социаль селтәрҙәр төркөмөндәге яңылыҡтар таҫмаһын биҙәп тора.
Читайте нас: