-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 13:10
Бәхет – балаларҙа
Башҡортостанда “Дети Башкирии – счастье” тигән исем аҫтында информацион кампания үтә.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вице-премьеры Л. Иванова ошо йүнәлештә үткәреләсәк саралар планы менән таныштырҙы.
Яңы тыуған һәр сабый ошо информацион кампанияның төп геройына әйләнә ала. Шулай уҡ яңы өйләнешкән йәш парҙарға нәҫелде артабан дауам итеү буйынса уй-фекерҙәре менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бирелә.
Журналистар туй, бәпес үҫтереү тантаналарын сағылдырасаҡ. Былар барыһы демографияны яҡшыртыуға, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә, өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлауға, репродуктив сәләмәтлекте нығытыуға, миграция буйынса эште яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся