+25 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
17 Апреля 2020, 16:50

Башҡортостанда яңы коронавирус йоҡторғандар һаны 213-кә еткән

17 апрелгә мәғлүмәттәр буйынса, республикала 8 кеше вафат булған, 14-е һауыҡҡан.

Башҡортостанда бер тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 213-кә еткән. Тәүлек эсендә 22 пациент өҫтәлгән. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса федераль оперштабта ошо хаҡта белдерҙеләр. 17 апрелгә рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикала 8 кеше вафат булған, 14-е һауыҡҡан.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 4 070 кеше яңы коронавирус йоҡторған. Шулай итеп, сирлеләрҙең дөйөм һаны – 32 008 кеше. 2509 пациент һауыҡҡан (+ 286), 273-ө (+41) вафат булған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в