+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 11:40

Туристар Таиландтан ҡайтты

Улар араһында Өфөгә ҡайтыусылар ҙа бар

17 апрелдә 179 турист Бангкоктан (Таиланд) Рәсәйгә ҡайтты. Самолет башта Ҡазан аэропортына төштө, унда 111 пассажир ҡалды, артабан ошо уҡ рейс Өфөгә йүнәлде.
Урындағы ваҡыт менән 04.17 минутта самолет бортынан төшкән 68 кеше (58 өлкән, 10 бала) мәжбүри карантинға ебәрелде. Барыһы ла коронавирус инфекцияһына тест үтте.
Андрей Вяткин : «Бөтә төбәктәр Башлыҡтары ла үҙҙәренең граждандарын махсус рейс менән ҡайтарыуҙы ойошторманы. Радий Хәбиров менән Рөстәм Минехановҡа рәхмәт, улар ике республика кешеләрен ҡайтарыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалды. Халыҡтың ғүмере һәм сәләмәтлеге һәр нәмәнән өҫтөн».
Читайте нас: