+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2020, 00:50

Башҡортостанда ниндәй дауаханалар карантинда

Бер нисә дауаханала сикләү саралары индерелгән

Башҡортостанда бөгөнгә КОВИД-19 таралыу буйынса өс сығанаҡ асыҡланған. Улар – Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы һәм Нефтекама психоневрология интернаты. Был хаҡта 17 апрелдә Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Венер Изикаев хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, тағы бер нисә республика дауаханаһында сикләү саралары индерелгән. 17 апрелгә улар – Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы, Бөрө үҙәк район дауаханаһы, Октябрьский ҡала дауаханаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы, Салауат дауаханаһы, Ишембай үҙәк район дауаханаһы, 8-се ҡала дауаханаһы, Республика онкология диспансеры, Өфөнөң 22-се һәм 21-се дауаханалары.
«Стационарҙар тулыһынса ябылмаған, айырым бүлексәләргә, биналарға ҡарата саралар күрелгән», — тип өҫтәне Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: