Әйткәндәй, пандемия осоронда изге эштәргә һәр кем ҡушыла ала. «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» акцияһы сиктәрендә техникаға мохтаж мәктәп уҡыусыларына ватыҡ булмаған планшет, компьютерҙарҙы тапшырырға була. Мәрхәмәтлек акцияһына тәүгеләрҙән булып БСТ каналы ла ҡушылды.