+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 14:15

Ҡала үҙәгендә үҙгәрештәр көтөлә

Уны төҙөкләндереү өсөн тәҡдимдәр ниндәйерәк буласаҡ

23 апрелдә 18 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем Дәүләкәндә ҡала үҙәген төҙөкләндереү тураһында фекер алышыу буласаҡ, архитекторҙар ҡалала йәшәүселәр һорауҙарына яуаптар биреп, унда ҡатнашыусылар менән бергә проектлау тураһындағы эштәрҙе планлаштырасаҡ.
Әгәр Дәүләкәндең киләсәге ҡыҙыҡһындыра икән, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ. Бының өсөн онлайн-осрашыуға һылтанма, унда нисек ҡушылыу тураһында ентекле аңлатма һәм проект буйынса барлыҡ мәғлүмәт бирелгән gorod.love/davlekanovo сайтына инегеҙ.
Һылтанманы һәм осрашыуға саҡырыуҙы юғалтмау өсөн проекттың социаль селтәрҙәренә теркәлегеҙ. Уның бәйләнештәге (Вконтакте) рәсми төркөмө – «Общественные пространства города Давлеканово» vk.com/davlekanovo.center. Проекттың Инстаграмдағы бите - «Каким будет центр Давлеканово?» @davlekanovo.center.
Барлыҡ һорауҙар буйынса проект төркөмө администраторҙарына Бәйләнештә йәиһә Инстаграмдың директ-биттәрендә яҙырға була.
Шулай уҡ 2-48-40 телефоны аша проект командаһы менән аралашырға мөмкин. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә 9.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас: