Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәнең иң ҙур өлөшө был юлы ла коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш сараларына арналды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәктәге үҙизоляциялау режимы дауам итә.
Радий Фәрит улы тәү сиратта республика халҡына рәхмәт әйтте. Был айырыуса дини кешеләргә арналды. Билдәле булыуынса, уҙған аҙнала православие динендәге кешеләр үҙҙәренең ҙур һәм изге байрамдарының береһен Изге Пасханы билдәләне. Беҙҙең халыҡ алдан иҫкәртеүгә аңлы рәүештә ҡараны һәм республикала бер сиркәүгә лә күпләп барған кешеләр теркәлмәне.
– Был байрамда сиркәүгә барыу, туғандар менән аралашыу ғәҙәте бар. Тик хәлде күреп торабыҙ һәм кешеләр аңлы рәүештә өйҙә ҡалды, байрам барышын өйҙә онлайн ҡараны. Был аҙнала мосолмандарҙың да изге Рамаҙан айы башлана. Мәсеткә йөрөп намаҙҙар ҡылыу, ифтарға барыу, шулай уҡ туғандар-ҡәрҙәштәр менән аралашыу хас был осорға. Тик мин мосолман кешеләренән дә бар ғәмәлдәрҙе өйҙә үткәрергә, кеше йыймаҫҡа һорайым. Яҡшыға өмөтләнәйек, бәлки Ураҙа байрамы етеүгә хәл яҡшырыр, – тине Радий Хәбиров.