+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 11:50

«Салауат Юлаев» виртуаль Гагарин кубогына эйә булды

Бөтә һөҙөмтәләр ҙә социаль селтәрҙәрҙә көйәрмәндәрҙең тауыш биреү юлы менән билдәләнде

Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы виртуаль Гагарин кубогына эйә булды, тип хәбәр итә Континенталь хоккей лигаһының рәсми сайты. Финал серияһында Өфө клубы 4:0 иҫәбе менән «Йокерит»ты еңде.
Бынан алда «Салауат Юлаев», «Себер»ҙе еңеп, виртуаль Гагарин кубогының финалына сыҡты. Финалға сығыу юлында ла өфөләр дүрт уйында Континенталь хоккей лигаһының виртуаль плей-офынан «Аҡ Барс»ты ҡыйратты. Бөтә һөҙөмтәләр ҙә социаль селтәрҙәрҙә көйәрмәндәрҙең тауыш биреү юлы менән билдәләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Континенталь хоккей лигаһы коронавирус арҡаһында беренсе раундтан һуң плей-офты туҡтатты, шунан һуң Гагарин кубогын виртуаль уйнатыу башланды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: