Коронавирус пандемияһы менән бәйле ҡатмарлы эпидемиологик хәл тормошобоҙҙоң бөтә тармағына, шул иҫәптән мәғариф өлкәһенә лә үҙгәрештәр индерҙе.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» программаһын ҡабул итте. Ул дистанцион рәүештә белем алған уҡыусыларға ярҙам итеү маҡсатында иғлан ителде.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған граждандар менән бергәләп аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған уҡыусыларға уҡыу өсөн кәрәкле электрон яйланмалар алып бирергә ярҙам итә.
Хәҙерге ваҡытта 35 компьютер һәм ноутбук килтерелгән. Тәүгеләрҙән булып “Башҡортостан” нәшриәт йорто, “Башинформ” мәғлүмәт үҙәге, БЮТ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ярҙамға килде.
- Акцияға республикала йәшәүселәр, ойошмалар ҡушыла ала. Моғайын, уларҙың һәр ҡайһыһында үҙҙәренә кәрәкмәгән, әммә ғәмәлгә яраҡлы компьютерҙар, ноутбуктар, планшетаар, роутерҙар барҙыр. Әйҙәгеҙ, уҡыусыларға бергәләп ярҙам итәйек, - тине Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, был техниканы тәүгеләрҙән булып күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 9 һәм 11 класс уҡыусылары аласаҡ. Артабан яйлап башҡаларға таратыласаҡ.
«Техника Өфө ҡалаһында Достоевский урамындағы 73-сө (тел. 276-12-90) һәм Коммунистик урамындағы 39-сы (т. 298-04-62) йорттарҙа йыйыла. Шулай уҡ бөтә райондарҙа һәм ҡалаларҙа Партияның урындағы бүлексәләрендә ҡабул итеү пункттары эшләй. Мохтаж булғандар исемлеге ҡала һәм райондың мәғариф идаралыҡтары тарафынан төҙөлә», - тине Партияның Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.