-5 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 18:30
Коронавирус диагнозы менән вафат булғандарҙың күбеһе – 60 йәштән өлкән
Уларҙың барыһы ла – республикала йәшәүселәр
Башҡортостанда пандемия башланғандан алып COVID-19 диагнозы раҫланған 14 пациент вафат булған. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә яңы үлем осраҡтары теркәлмәгән.
«Мәрхүмдәрҙең күбеһе — 64% — 60 йәштән өлкән. Уларҙың барыһы ла – республикала йәшәүселәр. Бер пациент 33 йәштә булған. Бөтәһендә лә ауыр сирҙәр – һуңғы стадиялағы онкология, шәкәр диабеты, йөрәктең ишемия ауырыуы һәм башҡалар теркәлгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Алдан
хәбәр ителгәнсә
, әлеге ваҡытта республикала бөтәһе 34 кеше һауыҡҡан. 242 пациент COVID-19 диагнозы менән дауаханаға һалынған, 87 сирлелә инфекция еңел формала үтә.
http://www.bashinform.ru/news/1441838-v-bashkirii-bolshaya-chast-umershikh-s-diagnozom-covid-19-starshe-60-let/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?