20 апрелдән 30 апрелгә тиклем матбуғатҡа яҙылыу декадаһы старт алды, уның барышында баҫмаларға яҙылыу хаҡы кәмерәк була
Ошо ун көн эсендә «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзитенә яҙылыу хаҡы бер айға – 161,97 һум, алты айға – 971,82 һум; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм 1-2 төркөм инвалидтар өсөн бер айға – 147,57 һум, алты айға – 885,42 һум тәшкил итә.
Юридик шәхестәр өсөн махсус ташлама ҡаралған: бер айға – 155,97 һум, алты айға – 935,82 һум.
RBSMI.ru сайтында баҫмаларға яҙылыуға 10 процент ташлама алыу өсөн 20 апрелдән 30 апрелгә тиклем ДЕКАДА2020 промо-код индерергә кәрәк. Купон ошо ун көнлөктә генә ғәмәлдә була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙаллы изоляция осоронда матбуғат баҫмаларына яҙылыу өсөн район гәзитенең 17 апрелдә сыҡҡан 32-се һанындағы подписка квитанцияһын алдан тулытырып ҡуйып, почтальонды өйгә саҡырырға мөмкин.
«Районка»ға яҙылығыҙ, аҡсағыҙҙы экономиялағыҙ!