+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 11:55

Ваҡытында индерелгән төҙәтмә

Донъя шул тиклем тиҙ үҙгәрә, тормош-йәшәйеш һәр ваҡыт алға бара.

Евгений Соболев, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының доценты, тарих фәндәре кандидаты:
– Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереүҙе, һүҙ ҙә юҡ, хуплайым, уны ваҡытында эшләнгән етди аҙым тип аңларға кәрәк. Сөнки донъя шул тиклем тиҙ үҙгәрә, тормош-йәшәйеш һәр ваҡыт алға бара.
Тарихсы булараҡ, илебеҙҙең үҫешенә, айырыуса, боролошло юлына һәр саҡ байҡау яһайым, һығымта сығарам. 1993 йылғы Рәсәйгә күҙ ташлайыҡ һәм бөгөнгө илебеҙгә ҡарайыҡ. Әлбиттә, айырма ер менән күккә тиң булмаһа ла, ныҡ һиҙелә. Шунан сығып ҡына ла илебеҙҙең төп документына төҙәтмәләр индереү зарур тип фекеремде йомғаҡлай алам.
Ғөмүмән, Рәсәй гражданы булараҡ бына ниҙәр әйтер инем. Бүтәндәр шикелле, йәшәйештең яҡшырыуын, эш хаҡының юғары булыуын, һаулыҡ һаҡлауға иғтибарҙың көсәйеүен, ғилемлелектең артыуын мин дә теләйем.
Фото: spb.rpa-mu.ru
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: