-21 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
22 Апреля 2020, 16:10

Башҡортостанда 396 кеше коронавирус менән сирләй

Бер тәүлектә улар 25 кешегә күбәйгән.

22 апрелгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда хәҙер 396 коронавирус сирле иҫәпләнә. Бер тәүлектә улар 25 кешегә күбәйгән.
Республикала 396 ауырыуҙың 34-е һауыҡҡан, 14-е үлгән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус йоҡтороуҙың 5236 яңы осрағы раҫланған, 57 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 547 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә әле 57 999 коронавирус сирле иҫәпләнә, уларҙың 4420-һе һауығып сыҡҡан, 513 кеше вафат булған.
Галина Бахшиева
Читайте нас в