Донъялағы эпидемиологик хәл айҡанлы, быйыл ул онлайн-форматта үтәсәк.
Һәр кеше диктантты үҙе өйҙә яҙа ала. Бының өсөн башта https://bashdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк. Артабан диктант яҙылған битте фотоға төшөрөп, Шәхси кабинет аша https//bashdictant.ru/ сайтына ебәрергә. Шулай уҡ bashdictant2020@mail.ru электрон почтаға һалырға мөмкин.
Диктант һөҙөмтәләре 30 көн эсендә сайтта билдәле буласаҡ.