+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:50

Йәшел Башҡортостан

25 апрелгә республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһын уҙғарыу планлаштырылған

Быйыл яҙ Өфөлә 2 меңдән ашыу ҙур ағастар, ҡала урмандарында 12 меңдән артыҡ миләш, ҡайын, йүкә, шыршы, ҡарағай үҫентеләре ултыртыла. Бер ярым, ике метрлы ағастарҙы ултыртыу тиҙ арала йәшел зоналар булдырыуҙың һөҙөмтәле ысулы. Тамырҙарына зыян килмәгән ағастар тиҙ ерегеп китә.
Мәҫәлән, былтыр ултыртылғандарҙың 95 проценты нығынған. 25 апрелгә республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһын уҙғарыу планлаштырылған. 670 урында 85 мең ағас һәм 48 ҡыуаҡлыҡ ултыртыла. Эштәр коммуналь хеҙмәттәр көстәре менән башҡарыла.
Читайте нас: