-24 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
23 Апреля 2020, 17:45

Башҡорт шағиры Риф Мифтахов донъя ҡуйҙы

Риф Мифтахов 81-се йәшендә вафат булды.

Өфөлә күренекле башҡорт шағиры, сатирик, журналист һәм тәржемәсе Риф Мифтахов 81-се йәшендә вафат булды.
Риф Мифтахов 1939 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының Журналистар союзы һәм Башҡортостандың Кинематографистар союзы ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай районының почетлы гражданы.
1968-1974 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире, «Совет Башҡортостаны» республика гәзитенең махсус хәбәрсеһе. Мәҙәниәт министрлығы системаһында, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында, «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдарында эшләй.
«Өскөл хаттар», «Тормош ағасы», «Уртаҡлашыр серҙәр», «Ябай мөғжизә», «Батыр егет ил күрке» һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтар авторы. Риф Мифтахов талантлы тәржемәсе булараҡ та билдәле. Ул Александр Блок, Евгений Евтушенко, Михаил Исаковский, Михаил Львов һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте.
Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, уның кәүҙәһе 24 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа сығарыла. Адрес: Ғөбәйҙуллин урамы, 21/2, 17-се фатир.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в