+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 18:00

Беҙҙең Еңеү көнө

Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған киң күләмдәге акция старт алды.

«Беҙҙең Еңеү көнө» акцияһы Рәсәй Федерацияһы Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты тарафынан булдырылған, йыр марафоны төбәктә йәшәүселәрҙе беҙәм халыҡ коллективына берләштерә. Ҡатнашыусы-төбәктәр билдәле «День Победы» йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшыра. Был йыр осраҡлы ғына һайланмаған, уның автор-композиторы Давид Тухманов һәм шағир Владимир Харитонов – халыҡтың бөйөк ҡаһарманлығын, туғандарҙы юғалтыу ҡайғыһын, беҙҙең тыныслыҡ өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямаған миллионлаған ватандаштарыбыҙҙың батырлығына арнаған. Бөйөк байрамдың гимнына әйләнгән йыр өсөн, быйыл юбилей йылы – тәүге тапҡыр ул 45 йыл элек яңғырай.
«Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафонына старт февраль башында Мордовия республикаһында үтте. Танылған «День Победы» йырын Саранск ҡалаһының һәм муниципаль райондарының иң яҡшы ижад коллективтары, республиканың атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр, патриотик берләшмә ағзалары башҡарҙы. Бөгөн улар эстафетаны күршеләренә, Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренә тапшыра.
Төбәктәрҙә ижади коллективтар сығыштары яҙмалары үҙаллы изоляция режимы индергәнгә, коронавирус инфекцияһына бәйле Рәсәй Федерацияһында юғары әҙерлек режимы таралғанға тиклем 2020 йылдың февралендә - март башында үтте. Һәм бөгөнгө сикләнгән саралар шарттарында яратҡан йырыбыҙ айырыуса йөрәктәргә үтеп инәсәк. Республикалар һәм өлкәләр ижади коллективтары башҡарыуындағы йырҙар 2020 йылдың 25 апреленән 8 майға тиклем урындағы телеканалдарҙа трансляцияланасаҡ. Акцияға һәр көн яңы төбәк ҡушыласаҡ. Еңеү көнө 9 майҙа, легендар йыр марафонында ҡатнашыусылар бөтә музыкаль коллективтар тарафынан яңғыраясаҡ. Йырҙарҙы шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО#нашденьпобеды хештегтары, ютуб буйынса табырға була. Радиостанцияларҙа яратҡан йырҙың радио-версияһы яңғыраясаҡ.
«Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафоны Хәтер һәм дан йылында һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылағанда, беҙҙең бөтәбеҙҙе – Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе берләштерә.
Читайте нас: