+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2020, 12:40

Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктант

Быйыл Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу өсөн 67 мең кеше теркәлде.

Бөгөн сәғәт 11-ҙә тәүге тапҡыр Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктант уҙғарыла. Был донъялағы һәм илдәге эпидемиологик хәл менән бәйле.
Башҡорт теленән диктант 2015 йылдан бирле үткәрелә. 2019 йылда акцияла 69 687 кеше ҡатнашты һәм ул халыҡ-ара статусын алды. Уларҙың 3 511-е онлайн яҙҙы. Быйыл Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу өсөн 67 мең кеше теркәлде.
Улар араһында — Санкт-Петербург, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Кировоград, Мәскәү, Ноябрьск, Якут Республикаһы һәм Краснодар крайы вәкилдәре. Шулай уҡ башҡа илдәрҙән: Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан (Нурсолтан, Алматы), Швейцариянан (Женева), АҠШ-тан (Лос-Анджелес, Нью-Йорк), Испаниянан, Эстониянан, Төркиәнән (Истанбул, Анталия, Фетхие, Эскешихер), Германиянан (Берлин), Ҡытайҙан (Пекин, Гуанчжоу) ҡатнашыусылар бар.
Диктантҡа:
1.Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы тура эфир ваҡытында;
2. «Бәйләнештә» (https://vk.com/video-27097047_456247151 ), «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында(https://youtu.be/XTaPHuXGLvA );
3. https://bashkdictant.ru/ сайтында ҡушылырға мөмкин.
Тура трансляция:
— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
— 12-се 30 минуттан 12 тула 5 минутҡа тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
— сәғәт 12-нән 1-се 20 минутҡа ҡәҙәр – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, https://bashkdictant.ru/ сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә кәрәк.
Бындай мөмкинлек булмаһа, эштәрҙе 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем [email protected] электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерының +7 (927) 950-02 -66 һандарына ебәрергә мөмкин.
Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә https://bashkdictant.ru/ сайтына ҡуйыла.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: