+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2020, 14:00

Мордовия республикаһында Волга буйы федераль округының “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды

Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәрендә лә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған күләмле патриотик акция РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса уҙғарыла.Йыр марафоны төрлө төбәк башҡарыусыларын бер ҙур халыҡ коллективына берләштерәсәк. Акцияла ҡатнашыусылар “Еңеү көнө” тигән билдәле йырҙы башҡарып бер-береһенә эстафетаны тапшыра. Яҙмалар үҙаллы изоляция режимы индерелгәнсе үк эшләнә башлаған. Һәр төбәк үҙенең видеояҙмаһын әҙерләй, артабан ул дөйөм видеоға ҡушыласаҡ. Клипты интернет селтәрендә ҡарарға мөмкин.“Еңеү көнө” тигән йыр осраҡлы рәүештә генә һайланмаған, сөнки бөтәһенә лә билдәле һәм патриотик яҡтан бар кешеләрҙе лә берләштерерлек ҡеүәткә эйә булған башҡа йырҙы табып та булмаҫ ине. Шулай уҡ “Еңеү көнө” йыры өсөн дә ағымдағы йыл – юбилей йылы. Тәүге тапҡыр ул бынан 45 йыл элек башҡарылған!Йыр марафоны Мордовия республикаһында старт алды. Саранскиҙың һәм муниципаль райондарҙың билдәле ижад коллективтары, танылған артистар, йәштәр, ирекмәндәр һәм патриотик берләшмәләр вәкилдәре “Еңеү көнө” йырын республиканың дәүләт телдәре булған рус, муҡшы һәм эрйән телдәрендә башҡарҙы. Артабан акцияла ҡатнашыусылар эстафетаны күршеләренә, Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәренә тапшырҙы.“Беҙ бөтәһе л яратҡан “Еңеү көнө” йырын рус, муҡшы һәм эрйән телдәрендә башҡарып, патриотик акцияны башлайбыҙ. Мордовия фронтҡа үҙенең 246 меңдән ашыу улын һәм ҡыҙын оҙатҡан. Уларҙың һәр икенсеһе кире әйләнеп ҡайтмаған. Республика халҡы һуғыш ваҡытында “Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән девиз аҫтында эшләгән.Эстафетаны тапшырып, Волга буйы федераль округындағы күршеләребеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ – бөтәбеҙ өсөн дә изге булған Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы байрам ителәһе йылда беҙҙең башланғысты дауам итегеҙ. Еңеү йырҙарын йырлағыҙ, Бөйөк Еңеү тураһында һөйләгеҙ.Милли республикаларға легендар йыр куплеттарын беҙҙең кеүек үҙҙәренең туған телдәрендә башҡарырға тәҡдим итәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү – бөтәбеҙ өсөн дә уртаҡ Еңеү”.Видеороликтар ҡатнашыусы территорияларҙың төбәк каналдарында күрһәтеләсәк. Шулай уҡ уларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин. Радионан яратҡан йырҙың радио версияһын тыңларға була.

Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәрендә лә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған күләмле патриотик акция РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса уҙғарыла.
Йыр марафоны төрлө төбәк башҡарыусыларын бер ҙур халыҡ коллективына берләштерәсәк. Акцияла ҡатнашыусылар “Еңеү көнө” тигән билдәле йырҙы башҡарып бер-береһенә эстафетаны тапшыра. Яҙмалар үҙаллы изоляция режимы индерелгәнсе үк эшләнә башлаған. Һәр төбәк үҙенең видеояҙмаһын әҙерләй, артабан ул дөйөм видеоға ҡушыласаҡ. Клипты интернет селтәрендә ҡарарға мөмкин.
“Еңеү көнө” тигән йыр осраҡлы рәүештә генә һайланмаған, сөнки бөтәһенә лә билдәле һәм патриотик яҡтан бар кешеләрҙе лә берләштерерлек ҡеүәткә эйә булған башҡа йырҙы табып та булмаҫ ине. Шулай уҡ “Еңеү көнө” йыры өсөн дә ағымдағы йыл – юбилей йылы. Тәүге тапҡыр ул бынан 45 йыл элек башҡарылған!
Йыр марафоны Мордовия республикаһында старт алды. Саранскиҙың һәм муниципаль райондарҙың билдәле ижад коллективтары, танылған артистар, йәштәр, ирекмәндәр һәм патриотик берләшмәләр вәкилдәре “Еңеү көнө” йырын республиканың дәүләт телдәре булған рус, муҡшы һәм эрйән телдәрендә башҡарҙы. Артабан акцияла ҡатнашыусылар эстафетаны күршеләренә, Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәренә тапшырҙы.
“Беҙ бөтәһе л яратҡан “Еңеү көнө” йырын рус, муҡшы һәм эрйән телдәрендә башҡарып, патриотик акцияны башлайбыҙ. Мордовия фронтҡа үҙенең 246 меңдән ашыу улын һәм ҡыҙын оҙатҡан. Уларҙың һәр икенсеһе кире әйләнеп ҡайтмаған. Республика халҡы һуғыш ваҡытында “Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән девиз аҫтында эшләгән.
Эстафетаны тапшырып, Волга буйы федераль округындағы күршеләребеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ – бөтәбеҙ өсөн дә изге булған Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы байрам ителәһе йылда беҙҙең башланғысты дауам итегеҙ. Еңеү йырҙарын йырлағыҙ, Бөйөк Еңеү тураһында һөйләгеҙ.
Милли республикаларға легендар йыр куплеттарын беҙҙең кеүек үҙҙәренең туған телдәрендә башҡарырға тәҡдим итәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү – бөтәбеҙ өсөн дә уртаҡ Еңеү”.
Видеороликтар ҡатнашыусы территорияларҙың төбәк каналдарында күрһәтеләсәк. Шулай уҡ уларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин. Радионан яратҡан йырҙың радио версияһын тыңларға була.
Читайте нас: