+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2020, 14:45

Марий Эл Республикаһы “Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһында әүҙем ҡатнаша

Марий Эл Республикаһы “Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһына ҡушылды

Марий Эл Республикаһы “Беҙҙең Еңеү көнө” тип аталған киң күләмле халыҡ акцияһына ҡушылды. РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса уҙғарылған патриотик акция Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәрендә йәшәүселәрҙе берҙәм халыҡ коллективына берләштерә.
Волга буйы федераль округының танылған артистары һәм хор коллективтары бергәләшеп, композитор Давид Тухманов һәм Владимир Харитонов һүҙҙәренә яҙылған “Еңеү көнө” тигән билдәле йырҙы башҡара.
Марий Эл, шулай уҡ Мордовия, Сыуаш, Удмурт, Татарстан һәм Башҡортостан республикалары вәкилдәре һәр береһе уны үҙ телдәрендә йырлаясаҡ.
Акцияның төп маҡсаты – ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһындағы тарихи иҫтәлекте һаҡлау. Бөйөк йыр миллионлаған Рәсәйлеләрҙе берләштерә. Бөгөн Марий Эл Республикаһы “Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһына старт биргән Мордовия Республикаһынан эстафетаны ҡабул итте.
“Сағыу, хис-тойғоларға бай, уникаль акция, беҙгә Волга буйы федераль округы төбәктәренең ижади коллективтарын күререү һәм тыңлау мөмкинлеге бирә. “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны бөтәбеҙҙе бергә берләштерә. Минең ҡарашҡа, проекттың РФ Президентының Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров етәкселегендә үтеүе мөһим. Был акцияны йыл һайын үткәрергә лә мөмкин”, - тине Марий Эл Республикаһының мәҙәниәт, матбуғат һәм милләт эштәре буйынса министры Константин Иванов.
“Еңеү көнө” йырын Яков Эшпай исемендәге Марий дәүләт филармонияһы солистары, шулай уҡ “Марий күндем” халыҡ ҡоралдары оркестры оҙатыуында А.И Искәндәров исемендәге дәүләт хор капеллаһы башҡарҙы.
«Марий Эл Телерадио» телеканалы сьемка эшләне. Видео-яҙмалар Рәсәй Федерацияһында үҙаллы изоляция режимы индерелгәнсе үк эшләнә башлаған. Сьемка өсөн башҡаланың әһәмиәтле объекттары һайланған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Марий АССР-ынан фронтҡа 142 мең кеше фронтҡа китә, уларҙың 75-е батырҙарса һәләк була. 53 кеше хәрби батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 14 яугир Дан ордены тулы кавалеры була.
“Еңеү көнө” тигән йыр осраҡлы рәүештә генә һайланмаған, уны автор-композитор Давид Тухманов һәм шағир Владимир Харитонов – халыҡтың бөйөк ҡаһарманлығын, туғандарҙы юғалтыу ҡайғыһын, беҙҙең тыныслыҡ өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямаған миллионлаған ватандаштарыбыҙҙың батырлығына арнаған. Шулай уҡ “Еңеү көнө” йыры өсөн дә ағымдағы йыл – юбилей йылы. Тәүге тапҡыр ул бынан 45 йыл элек башҡарылған.
Видеороликтар ҡатнашыусы территорияларҙың төбәк каналдарында күрһәтеләсәк. Шулай уҡ уларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин. Радионан яратҡан йырҙың радио версияһын тыңларға була.
Читайте нас: