+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 14:00

Йыр марафоны - Удмуртия Республикаһында

Бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы юбилейына арналған йыр марафонына Удмуртия Республикаһы ҡушыла.

Ижевск ҡалаһында халыҡ акцияһына республиканың иң билдәле коллективтарының береһе – Академик хор капеллаһы ҡушылды. Артистар бындай ҙур коллективта республикала үҙ аллы режим индерелгәнгә тиклем йыйыла алды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Удмуртия Советтар Союзының мөһим хәрби базаларының береһе була. Мәскәү, Киев, Тула, Харьков һәм башҡа ҡалаларҙан эвакуацияланған 50-нән ашыу предприятие Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн, ошо республикала үҙ эшен дауам итә. Ижевск заводы ғына ла 11 миллиондан ашыу төп атыу ҡоралы – винтовка һәм карабиндар етештерә.
РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса ойошторолған марафон 25 апрелдә старт алды. “Еңеү көнө” тигән танылған йырҙы Мордовия, Марий Эл музыкаль коллективтары башҡарҙы ла инде.
Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың легендар әҫәре бөгөн беренсе тапҡыр удмурт телендә яңғыраны. Тәүге тапҡыр ул бынан 45 йыл элек башҡарылған.
Юбилей йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге лә ҡатнаша. Удмуртия эстафетаны Башҡортостанға тапшыра.
Видеороликтарҙы округтың бөтә теле-радиокомпаниялары эфирында, шулай уҡ ВКонтакте, Фейсбук, Одноклассники социаль селтәрҙәрендә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса тыңларға һәм ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: