+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 01:10

Башҡортостан өйҙән сыҡмайынса «Еңеү вальсы»н башҡара

Башҡортостан, тотош ил кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын үҙенсәлекле итеп билдәләй. 27 апрелдә республикала иң матур акцияларҙың береһе – «Еңеү вальсы» башланды.«Һуғыш йылдарында өләсәй-олатайҙарыбыҙ ошо бейеүҙе башҡарған. Быйыл акцияла өйҙән сыҡмайынса, туғандар һәм яҡындар менән бергә ҡатнашырға мөмкин», — тип аңлатты йәштәр һәм спорт министры Руслан Хәбибов.7 майға тиклем теләгән һәр кем вальс бейегәнен видеоға төшөрөп, уны #ЕңеүВальсыБашҡортостан хештегы менән социаль селтәргә һалырға мөмкин. Эстафетаны икенсе кешегә тапшырырға кәрәк.«Оҫталарса бейеү мөһим түгел, иң мөһиме – байрам кәйефен һәм мөхитен тыуҙырыу. Вальстың аҙымдары бик ябай. Аҙаҡтан иң шәп видеоларҙы «Май вальсы» йыры менән дөйөм роликка берләштерәбеҙ. Уны телевидениела һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтәбеҙ», — тип яҙҙы Башҡортостандың Йәштәр һәм спорт министрлығы етәксеһе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан, тотош ил кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын үҙенсәлекле итеп билдәләй. 27 апрелдә республикала иң матур акцияларҙың береһе – «Еңеү вальсы» башланды.
«Һуғыш йылдарында өләсәй-олатайҙарыбыҙ ошо бейеүҙе башҡарған. Быйыл акцияла өйҙән сыҡмайынса, туғандар һәм яҡындар менән бергә ҡатнашырға мөмкин», — тип аңлатты йәштәр һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
7 майға тиклем теләгән һәр кем вальс бейегәнен видеоға төшөрөп, уны #ЕңеүВальсыБашҡортостан хештегы менән социаль селтәргә һалырға мөмкин. Эстафетаны икенсе кешегә тапшырырға кәрәк.
«Оҫталарса бейеү мөһим түгел, иң мөһиме – байрам кәйефен һәм мөхитен тыуҙырыу. Вальстың аҙымдары бик ябай. Аҙаҡтан иң шәп видеоларҙы «Май вальсы» йыры менән дөйөм роликка берләштерәбеҙ. Уны телевидениела һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтәбеҙ», — тип яҙҙы Башҡортостандың Йәштәр һәм спорт министрлығы етәксеһе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: