+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 14:00

“Беҙҙең Еңеү көнө” марафоны

Легендар йыр ошо акция өсөн махсус рәүештә башҡорт теленә тәржемә ителгән.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса ойошторолған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына ҡушыла. Легендар йыр ошо акция өсөн махсус рәүештә башҡорт теленә тәржемә ителгән. Тәржемәнең авторы - яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова был йырҙы 45 йыл элек ишетә һәм шунда уҡ оҡшата.
“Йырҙың һүҙҙәре һәм көйө минең йөрәгемә үтеп инде, - тип хәтерләй ул. - Уны миңә тәржемә итергә биргәс, хатта бер аҙ юғалып та ҡалдым. Йырҙың һүҙҙәрендә әрнеү ҙә, шатлыҡ тойғолары ла бар. Был турала туған телдә еткерергә, шул уҡ ваҡытта йырҙың тактына ла тура килтерергә кәрәк ине. Бында миңә музыкаль белемем ярҙам итте. Тәржемә иткәндә, мин был йырҙы йырланым. Тәржемәм оҡшауына бик шатмын. Хәҙер уны рус телендә генә түгел, төрлө быуындар башҡорт телендә лә башҡарасағына ышанам”.
Өфөләге Еңеү паркында легендар йырҙы башҡарыу өсөн халыҡ хорында ҡатнашыусылар йыйылды, уларға республикала билдәле булған шәхестәр: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһы милли симфоник оркестры директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушана Бабич, БСТ каналының алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм танылған музыкант Заһир Зәйнетдин ҡушылды.
“Марафонда ҡатнашырға тәҡдим иткәс, мин теләп ҡушылдым, - тип һөйләй Зәйнетдин. – Беренсенән, был бөйөк йырҙы башҡарыу минең өсөн ғорурлыҡ. Икенсенән уның башҡорт телендә йырланыуы яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлегенә ихтирам билдәһе. Минең дә ике олатайым фронтҡа киткән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе әйләнеп ҡайтмаған. Был йырҙы мин еңеүсе туғандарым һәм ватандаштарым иҫтәлегенә арнап йырланым”.
“Еңеү көнө” йырын башҡорт телендә башҡарыу тәүге тапҡыр ағымдағы йылдың март аҙағында - үҙаллы изоляция режимы индерелгәнсе үтте.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, Волга буйының башҡа төбәктәрендәге кеүек республиканың дөйөм Еңеүгә индергән өлөшө тураһында хәтерләткән видеоклип төшөрөлдө. Башҡортостандан фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше китә. 322 меңдән ашыуы һәләк булған йәиһә хәбәрһеҙ юғалған. 200 меңдән ашыу яугир орден һәм миҙалдар менән наградланған. Улар араһында 295 Советтар Союзы Геройы, 46 Дан ордены кавалеры. 2020 йылда – һуғышта һәләк булыуына 77 йыл үткәндән һуң легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Минеғәли Шайморатов Рәсәй геройы званиеһына лайыҡ булды.
Һуғыш ваҡытында республикаға 280 мең кеше, 170-тән ашыу сәнәғәт предприятиеһын һәм производствоһын эвакуациялайҙар, һөҙөмтәлә машиналар төҙөү буйынса продукция күләме 17 тапҡырға арта. Өфө моторҙар төҙөү заводы самолеттар өсөн 51 меңдән ашыу авиамотор әҙерләй. Һуғыш ваҡытында Башҡортостан илгә 5 миллион тонна нефть һәм 160 миллион бот икмәк бирә.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина иҫәпләүенсә, “Еңеү көнө” йырын башҡарыу буйынса халыҡ акцияһы бөтәбеҙҙе лә берләштерә, ҡанатландыра. “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү – илебеҙҙең барлыҡ төбәктәренең дә дөйөм Еңеүе, - тип билдәләй ул. - Был акцияла ҡатнашырға мөмкинселек булыуына ысын күңелдән шатбыҙ. Бөтәгеҙҙе лә яҡынлашып килгән, илебеҙҙең төп байрамы – Еңеү көнө менән!»
“Еңеү көнө” йыры осраҡлы рәүештә генә һайланмаған, уны автор-композитор Давид Тухманов һәм шағир Владимир Харитонов – халыҡтың бөйөк ҡаһарманлығын, туғандарҙы юғалтыу ҡайғыһын, беҙҙең тыныслыҡ өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямаған миллионлаған ватандаштарыбыҙҙың батырлығына арнаған.
Волга буйы федераль округының “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына старт 25 апрелдә Мордовияла бирелде. Ә беҙҙең республикаға эстафетаны Удмуртия тапшырҙы.
Видеороликтар ҡатнашыусы территорияларҙың төбәк каналдарында күрһәтеләсәк. Шулай уҡ уларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин. Радионан яратҡан йырҙың радио-версияһын тыңларға була.
Ойоштороусылар төрлө телдәрҙә яратып йырланған йырға Рәсәйҙең барлыҡ ҡала һәм ауылдарында ла ҡушылырҙар тип ышана. Был халыҡ акцияһы – унда Еңеү көнө “күҙҙәрҙәге йәш аша шатлыҡтар менән” килеүен ҡәҙерләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Читайте нас: