+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 18:35

Бергәләп яҙҙыҡ

Вәкил менән икәүләп ярышып яҙҙыҡ.

#башдиктант2020#Давлеканово
Башҡорт теленән диктант яҙыу бик оҡшап ҡалды. Вәкил менән икәүләп ярышып яҙҙыҡ. Көстәребеҙҙе һынауҙан бигерәк күмәк кеше бергә булыу теләге көслөрәк булғандыр.
Барса халыҡҡа ҡушылыуыбыҙҙы тойоу, әле белемебеҙ бар икәненә тағы ла бер ҡат инаныу - диктантҡа ҡушылып отолмағаныбыҙҙы күрһәтте. Тағы шуныһы ҡыуаныслы булды: туғандарым күмәкләп, бергәләп һөйләшеп ҡушылдыҡ диктантҡа. Ҡайҙа уҡыһалар, эшләһәләр ҙә туғандарым активтар, илһөйәрҙәр, аллаға шөкөр! Ә диктантты интернатташым, класташым Флүрә Мурзина әйтеп тороуы миңә дәрт, ышаныс өҫтәне.
Инде киләһе диктанттарҙы барыбыҙ ҙа иҫән-һау булып, бергәләп, ҙур залдарға йыйылып яҙырға яҙһын!Берҙәм булһаҡ, бер-беребеҙҙе хөрмәт итһәк, үҙ-ара ярҙамлашып йәшәһәк, киләсәк яҡты, матур булыр, алла бирһә! Тирә-яғыбыҙҙы ҡарап, таҙартып, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап, кешеләргә изгелектәр эшләп йәшәйек! Бөйөк Еңеү хөрмәтенә һәр кем ағас ултыртһа, текстағы кисеттәрҙәге, мөштөктәрҙәге, хаттарҙағы "Алға!" девизы тормошҡа ашыр ине.
Читайте нас: