«Алкоголь һатыуҙы сикләүгә норматив документтар юҡ. Дәүләт комитеты күрһәтмәһендә лә магазиндар байрамдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләй тигән мәғлүмәт юҡ. Шәхси предприятие булараҡ, улар ошондай ҡағиҙәләр индерергә хоҡуҡлы», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илһам Бикбулатов.